Хәҙимуллина Рәмзилә

 Рәфәт ҡыҙы 

Илеш районы Муса Гәрәев ис. Бишҡурай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 

Үҙем тураһында

Мин, Хәҙимуллина Рәмзилә Рәфәт ҡыҙы, Илеш районы Рсай ауылында донъяға килгәнмен. Янтуған башланғыс мәктәбен, Сүлте һигеҙ йыллыҡ мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Уҡытыусы булыу хыялы бала саҡтан килде. 1981-1985 йылдарҙа Салауат педагогия училищеһында белем алдым, артабан 1986-1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетын ситтән тороп тамамланым. Бына 33 йыл инде Муса Гәрәев ис. Бишҡурай урта мәктәбендә уҡытыусы тигән бөйөк исемде ғорур күтәреп, алға атлайым. Күп йылдар "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ерле материалдарҙы ҡулланыу", тигән методик тема буйынса эшләп, урындағы халыҡ ижадын йыйыу, халыҡ йолаларын, яҡташ яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен өйрәнеү буйынса бай материал тупланым. Ә Тыуған яҡ - ул тәрбиә бишеге.

Һуңғы йылдарҙа "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә эҙләнеү-тикшеренеү эшен ойоштороу", тигән темаға ныҡлап тотондом. Уҡыусыларымды был эшкә йәлеп итеү маҡсатында дәрестәремдә лә эҙләнеү алымдарын йыш ҡулланам. Проект эштәрен башҡарғанда шәхестең логик фекерләүе, үҙ ҡарашын яҡлай белеү ҡеүәһе үҫешә, аудитория алдында сығыш яһарға өйрәнә. Нәтижәләребеҙ ҙә ҡыуаныслы: йылдың-йылы район һәм республика кимәлендә уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһайбыҙ, конкурстарҙа призлы урындар яулайбыҙ.


Мин - уҡытыусы.

Эссе

Уҡытыусы булыу хыялы миңә бала саҡтан килде. Уҡырға барыу теләге менән биш йәшемдә үк әсәйемде ыҙалатып бөткәс, ул мине мәктәпкә алып китте. Өлкән йәштәге мөләйем уҡытыусы апай сабыр ғына "парталар етмәй" бит әле, ҡайтыу менән хәбәр бирермен, тип оҙатып ҡалды. Мин тағы ла бер йыл өйҙәге уйынсыҡтарыма дәрес биреүемде дауам иттем. Минән өлкәнрәк күрше ҡыҙҙары дәрес биреү "методикаһы" менән уртаҡлаштылар. Мәктәпкә барғансы уҡ әҙер уҡытыусы инем инде.

Зәңгәрһыу пальто кейгән, башҡа ауыл апайҙарында булмаған матур ҡара сумка күтәргән уҡытыусы апайға эйәреп мәктәпкә барыу - оло ҡыуаныс, ҙур ғорурлыҡ ине. Ә ҡайтҡанда уның сумкаһын күтәрешеү йәки ҡулындағы китаптарын алып ҡайтырға ярҙамлашыу өсөн сират тора инек. Әле лә хәтеремдә, уҡытыусыны ауыл халҡы хөрмәтләп Апа тип өндәшә ине.

Әсәйем ғүмер буйы хат ташыусы - почтальон булып эшләне. Үҙемде белә башлағандан бирле гәзит-журнал араһында үҫтем, типография ҡараһы ла кипмәгән гәзиттәрҙе таратырға әҙерләгәндә иң яңы хәбәрҙәрҙе, мәҡәләләрҙе ҡасып ҡына уҡып өлгөрә инем. Китаптар алырға ла әсәйем аҡса йәлләмәне. Уҡығыҙ, кеше булығыҙ! - тип һәр ваҡыт әйтә килде. 

Сүлте һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыған саҡта бер ваҡиға иҫемдә уйылып ҡалған. Яңы уҡыуын тамамлап ҡайтҡан йәш кенә класс етәксеһе "Кем булырға?" тигән класс сәғәтенә әҙерлек барышында инша яҙырға ҡушты. Мин һәм тағы ла бер ҡыҙ уҡытыусы булырға теләүебеҙҙе яҙғанбыҙ. Класс етәксеһе мине саҡырып алып: "Һин уҡытыусы булма, бер кыҙ була бит инде, әсәйең кеүек почтальонка булам, тип яҙ!"- тине. Минең хыял ҡанатым ҡайырылып төшкәндәй булды, һиҙҙермәнем дә, яҙманым да. Ләкин уҡытыусы булыу теләге көсәйҙе генә. Ошо бәләкәй генә ваҡиға миңә бер ваҡытта ла бала күңеленә һаҡһыҙ ҡағылмаҫҡа ғүмерлек һабаҡ бирҙе.

Салауат педагогия училищеһына документ тапшырып йөрөгән көндәр, саҡырыу ҡағыҙы килеп төшкәс, ҡош тотҡандай һөйөнөүҙәрем, кисерештәрем ҡабатланмаҫ хәтирәләр булып күңелемдә уйылып ҡалды.

Тыуған яғымдан алыҫ булыу арҡаһында йыш ҡайтып йөрөй алмауым сәбәпле төндәрен әсәйемде, туғандарымды һағынып илаһам да, уҡытыусы булыу теләге шул тиклем көслө булғандыр инде, бөтә көсөмдө уҡырға һалдым. Башҡорт әҙәби телендә матур итеп һөйләшергә өйрәндем. Уҡытыусылар тырышып белем бирҙеләр. Мостай Кәримдең бер туған һеңлеһе Сәлисә Сафи ҡыҙында белем алыу бәхете лә тейҙе миңә. Айырыуса класс етәксем, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәми Ғариповтың класташы Фәниә Ғизетдин ҡыҙының биргән белеме, әсәләрсә хәстәрлеге минең күңелемдә юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырҙы.

Үҙ районымда аҙ комплектлы Бәләкәй Бишҡурай башланғыс мәктәбендә уҡыта башланым. Белемемде үҫтереү теләге Башҡорт Дәүләт Университетына алып китте, ситтән тороп уны уңышлы тамамланым. Күпме ғалимдар, бөйөк шәхестәр, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыға, һөйләшергә тура килде  был йылдарҙа.

Тыуған яғымды һөйөү, яратыу арҡаһындалыр инде, диплом эшемде лә тыуған яҡ тарихы, уның ер-һыу атамаларын өйрәнеү буйынса эшләнем. Эшем менән тәжрибәле уҡытыусы, филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Ғобәйт ҡыҙы Усманова етәкселек итте. Бөгөнгө көндә лә ул минең, ысын мәғәнәһендә остазым булып, уңыштарыма һөйөнөп, борсоуҙарымды уртаҡлашып, кәңәштәре менән ярҙам итә.

Бөгөнгө көнгә ҡәҙәр мин гүзәл Башҡортостанымдың иң матур бер мөйөшөндә, Туған илемдең азатлығын яҡлап Ике тапҡыр Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ булған Муса Ғайса улы Гәрәев исемен йөрөткән данлы мәктәптә  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирәм, туған тел серҙәренә төшөндөрәм. Тыуған яҡ тарихын, уның данлы кешеләрен өйрәнеүгә күп көс һалам: проекттар, шәжәрә, фәнни-эҙләнеү эштәре ойошторам. Уҡыусыларымды кеше алдында сығыш яһағанда юғалып ҡалмаҫҡа, аудитория алдында үҙҙәрен ышаныслы тотарға өйрәтәм. Был эштәр күргәҙмәлелек йәки дәрестәрҙе төрләндереү маҡсатынан ғына түгел, ә шулар нигеҙендә тыуған яҡҡа һөйөү, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү маҡсатынан да эшләнә. Уҡытыусы һөнәренең үҙенсәлеге шунда, минеңсә, ул инде үҙ осоро быуынын уҙып киткән. Сөнки мин уҡыусыларымда киләсәкте күрәм, уларҙың әйткән һүҙҙәренән, яҙған иншаларынан, бер-береһе менән аралашыуынан киләсәк өсөн хас тенденцияларҙы күрәм һәм ун йылдан һуң донъяның ниндәй булыуын фаразлай алам. Тормош ҙур тиҙлек менән үҙгәрә, быға яңы технологиялар сәбәпсе. Уҡытыусы был процестарҙы күҙәтеп, яңылыҡтарҙы, асыштарҙы үҙ дәрестәрендә уңышлы ҡулланғанда ғына, уҡыусы менән бер "телдә" һөйләшә ала. Шулай булғанда ғына уҡыусы уға ышана, хөрмәт итә.

Иртән үҙ йортомдоң гөл-сәскәгә күмелгән ихатаһынан атлап сығыуға, өйөмдәге бөтә проблемаларым онотола, юғала. Океан эсендәге тулҡындарға ингән кеүек, мәктәп тигән серле утрауҙы йыуған тулҡындарҙа тирбәлә башлайым. Балаларҙың шатлығы, ҡыуаныстары, борсоуҙары минекенә әйләнә. Күпме күҙ мөлдөрәмә тулып миңә баға: кемдер һынап, кемдер һоҡланып, кемдер ялбарып ҡараған кеүек... Мин ошо күҙҙәр алдында яуаплы, улар алдашмай, улар эскерһеҙ. Уларға тура ҡарап мин балаларҙың ниндәй ғаиләләрҙән килеүен баһаларға өйрәндем. Нур сәсеп, шат йылмайған күҙҙәр араһында моңһоуҙары ла, күҙгә тура ҡарарға баҙнат итмәгәндәре лә, ярҙам һорап тилмергәндәренең булыуы күңелемде ҡыра. Шулай, төрлө балалар, төрлө ата-әсәләр бар. Һәр береһенә ҡаты бәрелмәҫкә, күңелдәрен китмәҫкә, рәнйетмәҫкә тырышам. Һәр ҡайһына йомшаҡ һүҙ, наҙлы ҡараш, йылы мөнәсәбәт бүлергә тырышам.

Тормош иптәшемдең яуаплы эштә эшләүе лә, үҙемдең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләүем дә юҡҡа түгел, беҙҙең ғаилә бар яҡлап та өлгө булырға тейеш. Шәжәрә байрамы, Сәскә, Шишмә, Урам байрамдары, халыҡ йолаларынан Нәүруз, Ҡарға бутҡаһын ойоштороп, уны матур итеп алып барыуҙы үҙ өҫтөмә алам һәм башҡарып сығам. Күп йылдар элек өлкән йәштәге инәйҙәрҙе йыйып  ойошторған "Аҡ яулыҡ" фольклор төркөмө лә һәр байрамдың биҙәге булып, халыҡ йырҙарын, моңдарын өләшә. Һәр әҙерләгән сарала өләсәйҙәре менән бергә балаларҙың да ҡатнашыуы- был байрамдарҙың ғүмере оҙон булыуына ишара булып тора. Әгәр ҙә ауыл халҡы, ата-әсәләр ихтирам итә икән, балалар ҙа , коллегалар ҙа хөрмәт менән ҡарай тигән һүҙ. Шуға күрә, бөтә йөрәгемде балаларға бирәм. Сарсаған күңелдәргә моң өрөргә, наҙ бөркөргә яртылған кешелер мин, моғайын. Эшләгән йылдарымда мин бер ҡасан да уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәнем, ә киреһенсә, йылдан-йыл тәжрибә туплап, белемемде байыттым. Эшемә ашҡынып барам да, өйөмдө һағынып ҡайтам. Бала саҡ хыялдарымдың тормошҡа ашыуына үҙемде сикһеҙ бәхетле һанайым. Үҙемде бер көн бәйге аты итеп тойһам, икенсе көндө йөк аты итеп хис итәм. Кем мин?, тип үҙемә һорау бирәм . Эшләгән эштәремә, үткән тормошома бөгөнгө бейеклектән ҡарайым да, моғайын да, йөк атылыр, тип уйлайым... Эллә бәйгеләрҙә юыртаммы?...

Создано с помощью Webnode
Создайте свой сайт бесплатно! Этот сайт сделан с помощью «Webnode». Создайте свой собственный сайт бесплатно уже сегодня! Начать