21 февраль -Туған телдәр көнө.

21.02.2019

21 февралдә бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә.Ул 1999 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырылды һәм йыл һайын билдәләнә. ЮНЕСКО ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, телдәрҙең үҫешенә бер тигеҙ шарттар тыуҙырылмаған, уларҙың күбеһе юғала бара һәм ҡурсалауға, ярҙамға мохтаж. Башҡорт теленә лә юғалыу ҡурҡынысы янай. Белгестәр билдәләүенсә, тел йәшәһен өсөн 100 меңдән ашыу кешенең һөйләшеүе шарт. ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса донъяла 6 меңдән ашыу тел бар.

М.Гәрәев ис. Бишҡурай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә лә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләп үтелде. 8 класта башҡорт әҙәбиәтенән Мостай Кәримдең тормошо, ижады тигән темаға асыҡ дәрес үткәрелде. Ғилданова Эльмира "Йөрәк һүҙе" район конкурсына әҙерләгән тел тураһындағы шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе.

Создано с помощью Webnode
Создайте свой сайт бесплатно! Этот сайт сделан с помощью «Webnode». Создайте свой собственный сайт бесплатно уже сегодня! Начать