25 февраль - "Йәншишмә" гәзитенә интервью "Һин Ватанды һаҡларға әҙерһеңме?"

25.02.2019

Өлкән класс уҡыусыларынан Айнур Ғилманов һәм Динар Гәрәев үҙҙәренең серҙәре менән бүлештеләр. Айнур әрме сафында хеҙмәт итеү һәр егеттең изге бурысы булыуын әйтеп үтте. Мотлаҡ һалдат хеҙмәтен үтәсәген һәм ныҡлы әҙерлек алып барыуын һөйләне. Ул ГТО нормалары буйынса алтын значокка дәғүә итеүен белдерҙе.

Динарҙың атаһы һәм уның биш ир туғаны бөтәһе лә ил алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәре тураһында әйтеп үтте. Был изге йоланы ағаһы менән боҙмаясаҡтары тураһында һүҙ бирҙе. Әлеге ваҡытта Динар еңел атлетика менән , ә ағаһы ҡул көрәше менән шөғөлләнеүҙәре билдәле.

Бөтә мәктәп уҡыусылары интервьюҙы уҡып һөйөндө, егеттәргә "Афарин!" тинеләр.

Создано с помощью Webnode
Создайте свой сайт бесплатно! Этот сайт сделан с помощью «Webnode». Создайте свой собственный сайт бесплатно уже сегодня! Начать