8 март-халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

07.03.2019

Мәктәптә байрамға әҙерлек алдан уҡ башланды. Уҡыусылар Әсәйҙәргә бағышлап проект эштәре эшләнеләр. Матур биҙәлешле эштәр күргәҙмәгә ҡуйылды. Арала бик оҫта итеп төшөрөлгән видеофильм да, презентациялар ҙа, альбом, ҡулдан биҙәлгән открытка, фото, видеоклиптар ҙа бар ине. Апайлы-һеңлеле Сәмиғуллиналарҙың ижади эштәре үҙенең зауыҡлылығы менән айырылып тора, ә Эльмира менән Айсаф Ғилдановтарҙың әсәй тураһында яҙған матур биҙәлешле иншалары әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Латыпова Илүзәнең(8 кл) әсәй тураһында презентацияһы, Гәрәева Лиананың (10кл) видеоролигы әсәйҙәргә дан йырлай, ә уларҙың балаларының бик талантлы икәнен күрһәтеп тора.

Байрам әҙәби-музыкаль монтаж менән башланып китте. Унда район йыр конкурсы еңеүселәре Шарафиева Лия(1кл), Гәрәева Лианаларҙың моңло йырҙары алҡыштарға күмелде. Бишенсе класс малайҙарының "Беҙ ауылдың шәп егеттәре" тип исемләнгән дәртле йырҙары күңелдәрҙе күтәреп, байрам кәйефен күтәреп ебәрҙе. Килгән әсәйҙәр, уҡытыусы апайҙар, ҡыҙҙар байрам тантанаһын бик оҡшаттылар, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Создано с помощью Webnode
Создайте свой сайт бесплатно! Этот сайт сделан с помощью «Webnode». Создайте свой собственный сайт бесплатно уже сегодня! Начать