XXIII Вәлиҙи уҡыуҙары
14.12.2018
Ишембай ҡалаһында уҙғарылған " XXIII Вәлиҙи уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһында "Әхмәтзәки Вәлидиҙең ғилми, әҙәби мираҫы" номинацияһында сығыш яһап, 10 класс уҡыусыһы Гәрәева Лиана 3 урын яуланы. Ул "Ә.Вәлидиҙең ғилми-әҙәби эшмәкәрлегенә юл күрһәткесе" ижади эш эшләп алып барғайны, ғалимдың яратып йырлаған " Илсе Ғайса" йырын йырлап ишеттерҙе.
