Һәләтле балалар форумы
Республикала Һәләтле балалар форумы уҙҙы. БындаБашҡорт теле буйынса Регион-ара республика олимпиадаһы еңеүсеһе 11 класс уҡыусыһы Ғилманов Айнур менән ҙур байрам тантанаһында ҡатнаштыҡ. Уҡыусылар Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һәм республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары ректорҙары, проректорҙары менән осрашты.