Яңылыҡтар

Яңылыҡтар 

Республиканская дистанционная олимпиада по башкирскому языку(Стерлитамакский филиал БашГУ)(май 2020) 

Бөйөк еңеүҙе ҡаршылап.

Мәктәп уҡыусылары: Мазаев Раиль(6класс), Нуруллина Ләйсән(9 класс), Маннанова Элза(10 класс) Еңеү көнөнә аргалған иншалар менән район конкурсында ҡатнаштылар. Улар араһынан Нуруллина Ләйсән еңеүсе булды. Афарин, Ләйсән!

25 апрель - Башҡорт теленән халыҡ - ара  онлайн диктант - 2020


Илеш районы М.Гәрәев исемендәге Бишҡурай урта мәктәбенән башҡорт теленән онлайн диктант яҙырға 80 кеше теркәлде. Теркәү үтмәгәндәр ҙә был сараға әүҙем ҡушылды. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата - әсәләргә ҙур рәхмәтемде белдерәм!

 17 апрель - Милли кейем көнө

Был көндө милли кейемгә арналған онлайн дәрестәр үтте. Милли кейемдәр тарихына арналған дәрестәрҙе уҡыусылар бик теләп ҡабул итте. 

21 февраль - Туған телдәр көнө 

Ошо уңайҙан М.Гәрәев ис.Бишҡуруй урта мәктәбендә ҙур байрам сараһы уҙғарылды.Зал байрамса биҙәлгәйне. Стенала тел тураһында мәҡәлдәр урын алһа, сәхнә башҡорт тирмәһенең эсен хәтерләтә ине . Байрам "Ерем, илем, телем" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль композиция менән башланып китте. Тел тураһында шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Артабан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса муниципаль, республика, регионара һәм Рәсәй конкурстарында еңеү яулаған уҡыусыларҙың сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде. 

Ринат Хәйриҙең тыуыуына 70йыл.

"Мин ышанам әле таңдарға"

Башҡортостан Республикаһының Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, яҡташыбыҙ, күренекле шағир Ринат Хәйриҙең тыуыуына 70 йыл тулыу уңайынан ойошторолған район конкурсында ҡатнашып "Театр яҙыу рәүеше" номинацияһында III урынды яулаған М.Гәрәев ис. Бишҡурай урта мәктәбе уҡыусыһы Мазаев Раильгә афарин!

Мостай Кәимдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған Региональ онлайн олимпиада.

Декабрь айында Көньяҡ-Урал белем биреү үҙәге тарафынан ойошторолған олимпиадала М.Гәрәев ис. Бишҡурай урта мәктәбенән 9 уҡыусы ҡатнашып, улар араһынан Нуруллина Ләйсән (9кл.), Латыпова Алһыу (8 кл) , Әхмәтйәнова Зилиә (8 кл) еңеүсе булдылар,  ә ҡалғандар призлы урындарҙы яуланылар. Афарин, уҡыусылар! Уҡытыусы Хәҙимуллина Рәмзилә Рәфәт ҡыҙы Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 Театр яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, нурға илтә...

22.11.2019.

Мәктәп коллективы Данил Сәлиховтың ике пәрҙәле "Ҡыҙҙар ҡапҡыны" тигән комедияһы менән Ҡужбахты ауылы мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны. Тамаша бер үк ваҡытта сағыу ҙа, фәһемле лә, ғибрәтле лә ваҡиғаларҙы эсенә алған. Тәрбиәүи моменттарға бай булған был әҫәр тамашасыны битараф ҡалдырмағандыр, тип уйлайбыҙ. Мин үҙем өс иргә барып ҡайтҡан Сәмиға Кадышевна ролен башҡарҙым. Был образ балаларын ҡарамайынса ташлап ҡалдырған, үҙ рәхәтен генә ҡарап йөрөгән ҡатынды кәүҙәләндерә...

Туған тел һәм рус теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ - класы.

14-15.11.2019

Туған тел уҡытыусыларының  Бөтә Рәсәй оҫталыҡ - класы конкурсы сиктәрендә уҙғарылған "Уҡыусыларҙың туған телдә ижады" конкурсында ҡатнашып, 11 класс уҡыусылары Гәрәева Лиана "Вокаль оҫталыҡ" номинацияһында, ә Закирова Эльнара "Туған телдә А.С.Пушкин шиғырын оҫта башҡарыусы" номинацияларында еңеү яулап ҡайттылар. Сығыш яһау һәм бүләкләүҙәр Федерация Советы залында уҙҙы.

Мостай Кәримгә арналған эҙләнеү-тикшеренеү эше.

14.11.2019

Республика крайҙы өйрәнеү үҙәге тарафынан Мостай Кәримгә 100 йәш тулыу уңайынан  ойошторолған уҡыуҙарҙа "М.Кәрим шәхесе, яҙмышы, ижады" тип исемләнгән номинацияла 9 класс уҡыусыһы Нуруллина Ләйсән 1-се турҙы уңышлы үтеп, Сертификатҡа лайыҡ булды.

"Иң яҡшы педагогик династия" Регион-ара конкурсы

30-31.10.2019

11 класс уҡыусыһы Гәрәева Лиана менән "Иң яҡшы педагогик династия" тип исемләнгән Регион-ара конкурсында "Йөрәгемде балаларға бирәм" номинацияһында уңышлы сығыш яһап, Сертификатҡа һәм бүләккә лайыҡ булдыҡ.

"Инновацион технологиялар менән оҫта эш итеүсе" номинацияһында еңеүсе

13.10.2019

М.Аҡмулла ис.Башҡорт Дәүләт Педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы ойошторған "Минең Мостайым" тип исемләнгән , ФГОС талаптарына тура килгән кластан тыш саралар һәм дәрес эшкәртмәләре  Республика конкурсында "Инновацион технологиялар менән оҫта эш итеүсе" номинацияһында еңеүсе булдым.

"Башҡортостандың 100 шағиры"  

18.10.2019.

"Башҡортостандың 100 шағиры" район шиғыр конкурсында 9 класс уҡыусыһы Ғилданова Эльмира М.Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырын яттан һөйләп, призер булды. Афарин, Эльмира"

"Мостай Кәримгә - 100"

24.10.2019.

"Мостай Кәримгә - 100" Шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләү район конкурсында  9 класс уҡыусыһы Эльмира Ғилданова "Минең һөйгәнем" шиғырын тасуири һөйләп, призлы урын яуланы; 6 класс уҡыусыһы Раиль Мазаев "Башҡорт егеттәренең яуап хаты" нан өҙөктө рэп итеп башҡарып, "Креатив сығыш"  номинацияһында еңеүсе булды.

Юғары награда

04.10.2019

Педагогик хеҙмәттә юғары уңыштарға өлгәшкән өсөн Рәсәй Федерацияһының 28.08.2019й.453-сө приказына ярашлы, аҡсалата премия менән бүләкләндем. Еңеүсе сертификатын Ауыл хужалығы министрлығының колонналы залында Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тапшырҙы.

"Минең Россиям"  "Минең Республикам"  

01.10.2019.

Сентябрь айында "Минең Россиям" бөтә Россия инновацион проект сиктәрендә Халыҡ энциклопедияһы Академияһы тарафынан ойошторолған "Минең Республикам" эҙләнеү-тикшеренеү, методик һәм ижади эштәр региональ конкурсында үҙем һәм уҡыусыларым: Гареева Лиана(11кл), Закирова Эльнара(11кл), Мазаев Раиль(6кл) уңышлы эштәр башҡарып II дәрәжә лауреат Дипломдарына лайыҡ булдыҡ.

Башҡорт теле уҡытыусыларының методик ойошма семинары

20 августа М.Гәрәев ис. Бишҡурай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә райондың инглиз, урыҫ, татар һәм башҡорт теле уҡытыусыларының методик семинарҙары йәки секция занятиелары үтте. Бында беренсе тапҡыр район мәктәптәренең директорҙары ла ҡатнашты. Пленар өлөштә методик ойошмаларҙың эшсәнлегенә анализ яһалды, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнде. Практик өлөштә туған тел уҡытыусыларына оҫталыҡ класымды тәҡдим иттем, уҡыусыларҙың эҙләнеү- тикшеренеү эшмәкәрлеге тураһында күргәҙмә менән таныштырҙым. Эш Донъяуи кафе форматында актуаль проблемаларҙы тикшереү менән дауам итте.

Белем биреү проектына төркөм йәрәбә һалыу ярҙамында билдәләнде. Янауыл, Илеш райондары, Өфө, Стәрле, Межгорье ҡалалары уҡытыусылары берләшеп 2020 -се йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Фольклориада йылына арнап, "Халыҡ ижады аҫыл таш, күҙ өҫтөндәге матур ҡаш" тигән девиз аҫтында халыҡ ауыҙ-тел ижады үҙәген асыу проектын тәҡдим иттек.Бер йыл эсендә...

Оҫталыҡ класы ул белем һәм күнекмәләрҙе алып барып еткереүҙең эффектив формаһы. Минең оҫталыҡ класымдың темаһы" Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу" . Үҙ дәресемдә ҡулланылған эш алымдарын күрһәтеүҙе төп маҡсатым итеп алдым. Парҙар менән эшләүгә ҙур иғтибар бүлдем. Практик эш алымдарын коллегаларым ҙур ҡыҙыҡһыныу...

Лицейҙың 7 в класында башҡорт әҙәбиәтенән Рәшит Ниғмәтиҙең "Йәмле Ағиҙел буйҙары әҫәрен йомғаҡлау " темаһына асыҡ дәрес үткәрҙем. Дәрес бик мауыҡтырғыс, ФДББС талаптарына тура килерлек итеп төҙөлгәйне.

Мәктәптә байрамға әҙерлек алдан уҡ башланды. Уҡыусылар Әсәйҙәргә бағышлап проект эштәре эшләнеләр. Матур биҙәлешле эштәр күргәҙмәгә ҡуйылды. Арала бик оҫта итеп төшөрөлгән видеофильм да, презентациялар ҙа, альбом, ҡулдан биҙәлгән открытка, фото, видеоклиптар ҙа бар ине. Апайлы-һеңлеле Сәмиғуллиналарҙың ижади эштәре үҙенең зауыҡлылығы менән айырылып...

Өлкән класс уҡыусыларынан Айнур Ғилманов һәм Динар Гәрәев үҙҙәренең серҙәре менән бүлештеләр. Айнур әрме сафында хеҙмәт итеү һәр егеттең изге бурысы булыуын әйтеп үтте. Мотлаҡ һалдат хеҙмәтен үтәсәген һәм ныҡлы әҙерлек алып барыуын һөйләне. Ул ГТО нормалары буйынса алтын значокка дәғүә итеүен белдерҙе.

Был көндө мәктәптә ҙур тантана - Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләп үтелде. Һәр кластың стройҙа башҡарыласаҡ йырҙы әҙерләүгә бик күп көс һалыуы күҙгә ташланды. 8 класс уҡыусылары парад формаһында "Дружина" командаһы исеменән сығыш яһаны. Отряд командиры Тимерханов Данияр команданы асыҡ бирҙе. Тигеҙ сафтарҙа йырҙы матур башҡарҙылар. Артабан " Йәгеҙ...

21 февралдә бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә.Ул 1999 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырылды һәм йыл һайын билдәләнә. ЮНЕСКО ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, телдәрҙең үҫешенә бер тигеҙ шарттар тыуҙырылмаған, уларҙың күбеһе юғала бара һәм ҡурсалауға, ярҙамға мохтаж. Башҡорт теленә лә юғалыу ҡурҡынысы...

Глобалләштереү заманында мәктәптә белем биреү методикаһы алымдары һәм технологияләре әленән-әле үҙгәрп торғанда, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра алыу, уны танып белеү, ижади уйларға, үҙ аллы белем лырға өйрәтеү, балала әхләҡ сифаттарын тәрбиәләү һис кенә л еңел түгел.Бының өсөн педагогҡа көндән-көн үҙ белемен арттырыу буйынса эшләргә һәм федераль дәүләт...

Уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын билдәләүсе "Йыл уҡытыусыһы" конкурсының муниципаль этабын асыу тантанаһы үтте.

Создано с помощью Webnode
Создайте свой сайт бесплатно! Этот сайт сделан с помощью «Webnode». Создайте свой собственный сайт бесплатно уже сегодня! Начать